Амангильдинский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Һылыу ҡыҙҙар, ғәзиз әсәләр, һөйкөмлө өләсәйҙәр!

/ Просмотров: 1098
 Һылыу ҡыҙҙар, ғәзиз әсәләр, һөйкөмлө өләсәйҙәр!

Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе – Ҡатын-ҡыҙҙар  көнө м/н ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уныштар, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете, янығыҙҙа һәр саҡ терәк-таянысығыҙ ысын ир-ат булһын, яратып-яратылып йәшәгәҙ! Йортоғоҙҙан балалар тауышы тынмаһын.

     Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр байрамы – ул яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай матурлыҡ, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы.

                         Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре

                          Был донъяның таймаҫ терәге

                          Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең

                       Бөтә кешелектең йөрәге.

                       Ошо яҡты байрам көндө

                          Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ

                       Шатлыҡ, бәхет һәм гел йәшәгеҙ,

                       Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ.

Ҡотлау менән Амангилде ауыл советы хакимиәте коллективы.