Амангильдинский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

19 апрель-Асыҡ ишектәр көнө. Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар!

/ Просмотров: 422
19 апрель-Асыҡ ишектәр көнө.                                                                              Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар,  саҡырылған ҡунаҡтар!

Рәсәй Президенты Владимир Путин 10 июнь 2012 йылғы Указы менән 21 апрель-муниципаль хеҙмәткәрҙәр көнө тип иғлан итте. Президент В.Путиндең Указы яңы байрам ғына булдырыу түгел, ә урындағы  хужаларҙың, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең йәмғиәттең йәшәйешенә, уның проблемаларына иғтибарҙы нығыраҡ юнәлтеү, хәл итеү, урындағы үҙидаралыҡтар һәр кемгә асыҡ булыуын тәмин итеү.Урындағы мәсьәләләрҙе халыҡ менән бергә хәл итеү, инициатива-тәҡдим халыҡтан, инициатив төркөмдәрҙән/урындағы башланғыстарға ярҙам итеү Программаһы, Аныҡ эштәр/, йәмәғәт ойошмаларынан булыуына өлгәшеү, ауылда тәртипте барабыҙҙа  ауылдаштар, депутаттар, старосталар  үҙҙәре кәңәшләшеп булдырырға тейеш.

Амангилде ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре быйыл икенсе тапҡыр Асыҡ ишектәр көнө үткәрергә ҡарар иттте. Ҡаҙмаш урта мәктәбенең 10 синыф уҡыусылары саҡырылды. «Урындағы үҙидараның тарихы бөгөнгөһө, киләсәге”  темаһына арналған докладты  эштәр менән идара итеүсе Йәһүҙина Рауҙа Әсләм ҡыҙы һөйләне.

Беҙҙең коллективта 6 кеше эшләй. Биләмә башлығы-Марат Хәбрахман улы. Ауыл биләмәһендә башлыҡ булып эшләү өсөн иң тәүҙә һайлау кампанияһында депутат мандатын алыу өсөн еңергә кәрәк. 10 депутат. Улар барыһыла ауылда абруйлы кешеләр. Шуларҙың араһынан башлыҡ итеп берәүҙе һайлайҙар. Ул 4 йылға һайлана. Башлыҡ  131-ФЗ, закондарға, төп документ- Уставҡа таянып эш итә. Уставҡа йылда үҙгәрештәр индерелә.Төп бурысы- Бюджетте төҙөү, ҡабул итеү, үтәлешен тикшереү. Булған норматив документтәргә-ҡарарҙарға, төрлө справкаларға, характеристикаларға  подпись итә, уларҙың үтәлешен контролдә тота.Ул  Советҡа буйһона, халыҡҡа йылда үҙенең эшмәкәрлеге тураһында отчет бирә. Төп эше-урындағы мәсьәләләрҙе халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап хәл итеү, кешеләргә уңайлы йәшәү, эшләү шарттары булдырыу, уларҙың ғүмерҙәренә, мөлкәтенә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс, хәүеф янамауын тәьмин итеү, шулай уҡ буш ваҡыттарын, ялдарын матур итеп файҙалы ойоштороу. Төрлө спорт ярыштары, мәҙәни саралар ойоштороу.Ерҙәрҙең дөрөҫ тәғәйенләнештә файҙаланыуын, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын контролдә тотоу, ауылдарҙың, өйҙәрҙең төҙөклөгөнә, йәй көндәре баҡса үҫтереүгә, көтөү ойоштороуға ҙур иғтибар бүлеү. Өлгөлө йәшәгән ғаиләләрҙе дәртләндереп, насар йәшәгән, эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләр менән тәрбиәүи саралар  үткәреү, оло йәштәге, инвалид кешеләрҙең даими хәлдәрен белешеп тороу, кәрәккәндә ярҙам итеү тора. Беҙҙең биләмәлә урынлашҡан бөтә учреждениеләр, эшҡыуарҙарҙың эшен контролдә тотоу, барлыҡ мәсьәләләрҙе ныҡлы ярҙамсылар-депутаттар менән бергәләп хәл итеү.                                                                         Артабан хакимиәт башлығы Марат Хәбрахман улы, муниципаль хеҙмәткәрҙәр- Рауҙа Әсләмовна, Гөлназ Рәйесовна, Һылыу Зәғрәфовна, Люция Йомадиловна  үҙҙәренең  эше менән таныштырҙы. Һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Уҡыусылар эш барышында ҡулланылған Программалар менән танышты, үҙҙәре лә ултырып эшләп, белешмә сығарып ҡаранылар.

                                                         Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте.