Амангильдинский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Чемпион ауылдашыбыҙ призына.

/ Просмотров: 713
Чемпион ауылдашыбыҙ призына.

Амангилде урта мәктәбендә ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың күренекле шәхесе,көрәш буйынса күп тапҡыр райондың, «Урал аръяғы»ның абсолют чемпионы  булған Ғабдрахман Зәйнулла улы Әбүбәкиров призына район беренселеге үтте.

Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Малайҙар  5 төркөмдә, ә ҡыҙҙар 2 төркөмдә көс һынашты. Иң йәш көрәшселәр араһында Амангилде мәктәбенән Әхмәтйәнов  Мирас, ә  ҡалған төркөмдәрҙә :Хәлисов  Илдар (Ишбулды), Хәмзин  Илдар (Дәүләт), Ишбулатов Вилдан (гимназия, Асҡар), Садыков Динир (Ишбулды) еңеү  яуланылар. Ҡыҙҙар  ҙа бик  ихлас  көрәште. Шулай ҙа  иң көслө  ҡыҙҙар  ике ауырлыҡ  категорияһында ла Амангилде  урта  мәктәбенән  булды:  Суфьянова Әлиә (7 класс),  һәм  Игошина Гөлйемеш « Еңеүгә  ынтылыш» номинацияһында, Азаматов  Румис (балалар йорто), Әүбәкиров  Рәзиф (Амангилде), Сәфиуллин  Ирхан (Асҡар), еңеп сыҡһа, Крупина  Лена (Гусев), Садыков  Динир һәм  Игошина  Гөлйемеш  «Иң шәп  алым  ҡулланыусы»  номинацияһында  еңде.

Команда  беренселегендә  Асҡар  командаһы  беренсе,  Амангилде  икенсе,  Гусев  өсөнсө урынды биләне.

Бөтә  еңеүселәр  ҙә Маҡтау ҡағыҙы,  миҙал  һәм Ғабдрахман  Зәйнулла  улы  әҙерләгән  ҡиммәтле  бүләктәр алып  ҡыуандылар.