Амангильдинский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Вадим Нурислам улының батырлығы онотолмай!

/ Просмотров: 378
 Вадим Нурислам улының батырлығы онотолмай!

 Быйыл да,  21-се  май  көнө , Амангилде мәктәбенең  спорт залында  йыл һайын уҙғарылып килгән  Вадим Нурислам улы Бакиев иҫтәлегенә арналған волейбол  турниры үтте. Тантананы, мәктәп директоры Ю.В. Аубакиров асты. 6 команда йыйылмаһы көс һынашырға килгәндәр. Амангилде, Хәмит, Йәнгел  ауылы  йыйылма командаһы, Амангилде урта мәктәбе уҡыусылары, “Ҡыҙыл” командаһы, Вадимдың класташтары командаһы уйнаны. Уйын  бик ҡыҙыу һәм көсөргөнешле барҙы. Беренселекте Амангилде ауылы  йыйылма командаһы яулаһа, икенсене “класташтар” ,  өсөнсө урынды “Ҡыҙыл” ,  командалар бүлеште.

Батырҙың ата-әсәһе, туғандары, класташтары был сараны ойоштороуға күп көс һалды. Еңеүселәрҙе бүләкләп, уйынсыларҙы тәмле аш, ҡайнар сәй менән һыйланы. Уларға ҙур рәхмәт. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын.

Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте.