Герб
Администрация сельского поселения
Амангильдинский сельсовет
муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Факс
+7 (347-72) 2-51-23
Прочие контакты
Фактический адрес
453625, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с.Амангильдино, ул.Комсомольская,13
Юридический адрес
453625, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с.Амангильдино, ул.Комсомольская,13

26 июнь көнө Үтәгән ауылында “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамы үткәрелде

Рәхмәт хаты

Шаулап -гөрләп  районыбыҙҙа  һабантуй уҙҙы. Беҙҙең Амангилде ауыл биләмәһе тирмәләр конкурсында 1 урынға лайыҡ булды. Был еңеүгә тос өлөш индергән әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙға

Депутаттар: Шаһыбалов Рамаҙан Сәлих  улына, Абдуллин Тәлғәт Марат улына,  Ғәйфуллин Азамат Ильяс улына, эшҡыуарҙар: Өмөтҡужин  Рафаил Әүбәкер улына, Шаһыбалов Руслан Әкрәм улына, Әхмәтҡужин Динир Вафир улына, Фәттәхов Илһам Баян улына, Фәхрисламов Инсаф Юлай улына, Ихсанов Әсғәт Садиҡ улына,

Ҡул эштәре оҫталары:Ғүмәрова Ләлә Мөхәрләм ҡыҙына, Әминева Әлниса Йомағужа ҡыҙына,  Ғәлимова Сәлиха Ғирфан ҡыҙына, Йәнбирҙина Рәйлә Әхмейән ҡыҙына , Хөсәйенова Фирүзә Сәлимйән ҡыҙына, Сафина Сәлимә Насип ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға  ныҡлы һаулыҡ, ғәилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Быйылғы йыл  Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән “Ғилем һәм техника” йылы сиктәрендә уйлап,  үҙ ҡулдары менән  йыйылған техника  авторҙары Минһажев Фәнил  Раил  улы, Мөхәмәтов Данис Миҙхәт улы. Ҡуйылған техника  ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Киләсәктә  уларға яңы асыштар насип булһын, уй-хыялдары тормошҡа ашһын.

Ауыл биләмәһенең  халыҡ фольклор  ансамблдәре    “Сәсмәүер”,        “Суҡмуйыл”  һәм    фольклор коллективтәре    “Илекле ҡыр”,     матур сығыш  яһап байрам биҙәктәре булдылар. Уларға артабанда ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ. Арымай-талмай байрамға ҡатнашыусыларҙы  ташыусы автобус водителдәренә Ҡужәхмәтов Фәнил Мәһәҙей  улына,  Вәлиуллин Милләт Мәүлитдин улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм “Ғәлиә” фольклор коллективе  ағзаларына  улар  ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, тәмле аштары менән һыйланылар.

Шулай уҡ мәҙәниәт, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәренең, йәмғиәт ойошмалары ағзаларының эштәре оло баһаға лайыҡ.

Амангилде ауыл биләмәһе башлығы    Фәхрисламов М.Х.