Герб
Администрация сельского поселения
Амангильдинский сельсовет
муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Факс
+7 (347-72) 2-51-23
Прочие контакты
Фактический адрес
453625, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с.Амангильдино, ул.Комсомольская,13
Юридический адрес
453625, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с.Амангильдино, ул.Комсомольская,13

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”

Ҡан-ҡәрҙәштәр менән бәйләнештәр өҙөлмәһен

Республикала беренсе булып “Иң матур ауыл” исемен алған, тәбиғәте, халҡының йәшәйеше менән һоҡланғыс булған Амангилде ауылында ауылдаштар осрашты.

Тәймәнеште урамы халҡы ҡунаҡтарҙы Сабит Мортазин йорто алдында ҡурай, гармун моңдары, бай һый-ниғмәт менән ныҡлы әҙерләнеп ҡаршы алды. Бер-береһе менән ярышып, гөрләтеп донъя көткән күршеләр – милли кейемдәге 85 йәшлек Асия Дәүләтҡолова һәм 33 йыллыҡ данлы һауынсы хеҙмәте СССР-ҙың Почет билдәһе ордены, за трудовое отличие мизалы менән баһаланған, әле лә ике һыйыр тотҡан 82 йәшлек Мәҙинә Хисмәтова – Тәймәнеште урамын йәмләп йәшәйҙәр. Башҡа урам халҡы ла һыр бирергә тырышмаған, һәр ерҙә милли ризыҡтарҙан торған өҫтәл тулы аш-һыу, йыр-моң, таҡмаҡтар менән хөрмәт күрһәттеләр. Ҡул эштәре күргәҙмәһе,араларҙың нәҫел- нәсәбен барлап төҙөгән шәжәрәләре лайыҡлы баһаланды. Һәр өҫтәл хужабикәләре ҡомалаҡтан күпертеп бешерелгән икмәк һәм тоҙ менән ҡаршы алды.

Тәймәнеште урамы – “Иң матур урам”, Үҙәк урамы –  “Әүҙем урам”, Салауат Юлаев урамы – “Татыу урам”, Йәштәр урамы – “Йәштәр урамы  өмөтлө  киләсәк” номицияһында билдәләнде.

Амангилде районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, тип әйтһәм дә дөрөҫ булыр. Күбеһенсә зауыҡлы йорттарҙан торған ауылда бөтә йорттар ҙа тәртипкә килтерелгән, хатта хужаһыҙ йорттарға байрамса төҫ ингән. Тау башында ауылға ҡот, иман биреп ултырған мәсеттә диндарҙар әруахтар рухына һәм халыҡтың һаулығына аят бағышланы. Мәктәп янындағы обелискка һуғыш ветерандары хөрмәтенә венок һалынды.

Аҡланда уҙасаҡ төп майҙанда халыҡты ир-егеттәрҙең “Иһәмеш” вокал ансамбле, “Сәсмәүер” халыҡ фольклор һәм “Тамъян” бейеү ансамблдәре ҡаршы алды. Мәктәп уҡытыусылары тарафынан Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын һүрәтләгән флешмоб ойошторолдо. Ауыл биләмәһенең һәр ойошмаһы үҙҙәренең коллективы,ветерандары, тарихы, эше,уңыштары хаҡында баннер эшләтеп майҙанға ҡуйҙы. Ауыл тарихын һүрәтләгән баннер эргәһенән дә кеше өҙөлмәне.

Сәхнәлә биләмә башлығы Марат Фәхрисламов тәбрикләгәндән һуң, биләмә депутаты Тәлғәт Абдуллин ауылдың тарихына байҡау яһаны. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов амангилделәрҙе ҡотлап, аҡсалата сертификат бүләк итте. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов, конституцион суд рәйесе урынбаҫары Хәйҙәр Вәлиев, фәндәр академияһы докторы, БР-ҙың атҡаҙанған Фән эшмәкәре, С. Юлаев ордены кавалеры Хәлил Сафин, район Советы депутаты, “Коммунальник” ЯСЙ-һы начальнигы Дамир Аллаяров, БР-ҙың атҡаҙанған энергетигы Даян Сафин, район Советының ойоштороу бүлеге мөдире Баязит Ғиниәтов, билдәле бейеүсе, БР-ҙың халыҡ артисы Айтуған Дәүләткирәев, Амангилденең ғорурлығы, билдәле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның ҡатыны Лүзә Әхмәтҡужина, Башҡортостан милли музейының генераль директоры Рөстәм Исхаҡов, Мәсетле районы прокуроры урынбаҫары Мораҙым Ғәниев, район эске эштәр бүлегенең ветерандар ойошмаһы рәйесе Хөснөтдин Ғәниев, район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Рәхимова, ауыл биләһенең элекке баш бухгалтеры Нәсибә Ғәлимова һәм башҡалар сығыш яһаны бүләктәрен тапшырҙы.

Районда компьютерҙар ысулына күсеү башланған осорҙа уҡ мәктәпте компьютерҙар менән тәьмин иткән БР-ҙың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр кандидаты, генерал-лейтенант, әлеге көндә фәнни-педагогик эшмәкәрлек өлкәһендә эшләүсе Фәнил Сафинға “Амангилденең Почетлы гражданины” тигән маҡтаулы исем бирелде. Фәнил Мәсғүт улы даими рәүештә мәктәпкә спорт инвентарҙары менән бағымсылыҡ итә. Сәғит, Хәлил, Венера, Даян Сафиндар мәктәпкә нимә кәрәклеген белешеп, мотлаҡ бүләк эшләйәсәкбеҙ, тинеләр.

Ауылдың уңған депутаты, байрамды үткәреүгә күп тырышлыҡ һалған,матди ярҙам күрһәткән  Рамазан Шаһыбаловҡа хаҡлы рәүештә “Супер депутат” таҫмаһы һәм иҫтәлекле бүләк бирелде. Шулай уҡ бағымсылар Гүзәл һәм Руслан Шаһыбаловтар, Даян Сафин, Тәлғәт Абдуллин, Луиза һәм Илфат Сәйфетдиновтар, Сара һәм Биктимер Вәлиевтар, Йәлил Мортазин, Иҙел Өмөтҡужин,Илнур Әхмәтҡужин,  Виктория Мукатова, Гөлнур Ибраһимова бағымсылығы, шулай уҡ  Әсхәл Ямалов, Рәфҡәт Бикмаев, Нурфәйез Шакировтың тырышлығы менән байрам юғары кимәлдә үтте. Ойоштороу комитеты уларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зифа Ҡужахмәтова оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән юбилярҙар Зөлхизә һәм Мәсғүт Сафиндарҙы 65, Әсмә һәм Ишбирҙе Вәлиуллиндарҙы 55, Сания һәм Сәғит Мортазиндарҙы 50 йыл бергә йәшәүҙәре айҡанлы сәхнәгә саҡырып бүләкләп үтте. Иң ололар Буранбай Шакиров, Еүәйрә Ғәниева һәм иң кесе бала Нурлан Мөхәмәтйәнов та тәбрикләнде, йәш ғаилә Лика һәм Байрам Ямаловтар тәбрикләнде.

Рамазан Шаһыбалов 7 бала тәрбиәләгән Рәшиҙә һәм Айбулат Дәүләткирәевтарға һәм 6 бала үҫтергән Рәсилә һәм Руслан Игошиндарға шәхси бүләген велосипедтар бүләк итте. Комиссия составы 6 бала тәрбиәләгән Рита һәи Ирәмән Хәмзиндарҙы сәй сервисы менән тәбрикләне.

Һәләтле йырсы Иҙел Нурғәлин амангилделәргә байрам бүләге итеп дәртле йырҙарын башҡарҙы. Амангилделәр артистарға бай. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре аталы-уллы Садиҡ һәм Рөстәм Шаһыбаловтар, Дәүләт Ҡадиров матур йырҙарын арнаны. Шулай уҡ Акрам Шаһыбалов, “Етегән” төркөмө, Учалы филармонияһы йырсыһы, Буранғол егете Айрат Зиннәтов, Айһылыу Бүләкбаева, Әлфиә Ҡадирова, Илдус Ялмырҙин, төбәк-ара конкурс лауреаттары “Моңдаръя” вокал ансамбле, Амангилде урта мәктәбе уҡытыусылары сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Депутаттар Рамазан Шаһыбалов һәм Тәлғәт Абдуллин, ауыл биләмәһе башлығы Марат Фәхрисламов, комиссия составы Зифа Ҡужахмәтова, Фәнил һәм Нил Ҡужахмәтовтар, Васил Өмөтҡужин, Әсхәл Ямалов, Илнур Әхмәтҡужин, Нурислам Баҡыев, Әхәт Низамов, Һылыу Шакирова, Миңзәлә Юлмөхәмәтова, Гөлнара Әхмәтйәнова тырышлығы менән байрам юғары кимәлдә үтте.

Төп судья Айтуған Мәғәфүров ойошторған көрәштә балалар араһында Ирек Ғиниәтов беренсе, ә 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Фәнил Мөхәмәтйәров беренсе яуланы. 90 килограмға тиклемгеләр араһында күп тапҡырҙар район һабантуйҙарында бил бирмәгән, 65 йәшлек Ғабдрахман Әбүбәкиров абсолют чемпион исемен яуланы һәм уға тәкә бирелде. Волейбол буйынса өс команда араһында “Үҙәк” урамдың ир-егеттәрҙең командаһы беренсе урын яуланы. Волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың ике  командаһы уйнаны, һөҙөмтә -дуҫлык енде.

Байрамды Миңзәлә Юлмөхәмәтова һәм Илнур Әхмәтҡужин оҫта итеп алып барҙы.

Амангилденең матурлығын берҙәм, татыу халҡы биҙәй. Һәр кемгә тыуған ере изге, танһыҡ. Тыуған төйәгенә ҡайтҡандар, ҙур донъяға алып сыҡҡан бала саҡ һуҡмаҡтары буйлап үтеп, туғандары, дуҫтары менән аралашып, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, изге тупраҡтан көс, дәрт-дарман алып китә. Был данлы байрам шауҡымында ауылдар төҙөкләнә, күркәмләнә, ауылдың йөҙө йәмләнә. Амангилделәрҙең һәр йорто “Өлгөлө йорт” исеменә лайыҡ. Тыуған ергә оло мөхәббәт булғанда кеше ҡанатлы булыр, дәртләнеп йәшәр. Оҙатып ҡалыр, шатланып ҡаршы алыр кешеләр барҙа, йән ереккән мәрхәмәтле тыуған ер, изге төйәк йәшәр, сәскә атыр, ситтәге ҡәрҙәштәрҙең атай йорто менән бәйләнештәре өҙөлмәҫ.

Зөлфиә Заһитова

Скачать (DOC, Неизвестный)