Герб
Администрация сельского поселения
Амангильдинский сельсовет
муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Факс
+7 (347-72) 2-51-23
Прочие контакты
Фактический адрес
453625, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с.Амангильдино, ул.Комсомольская,13
Юридический адрес
453625, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с.Амангильдино, ул.Комсомольская,13

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө “Биксура буйында” үткәрелде

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө “Биксура буйында” үткәрелде. Был байрам йәш быуындың именлеге һәм һаулығы, балаларҙың рухи, интеллектуаль, физик үҫеше, туған мөхиттә үҫеүе, туған телде белеүе өсөн яуаплы икәнебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкәртә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү—һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнайыҡ, күңел йылыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы йәлләмәйек, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлайыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.
Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек. Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, имен көндәр, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Байрамды үткәреүҙә, ярҙам итеүҙә ҡатнашҡан ойоштороусыларға, ауыл Советы депутаттарына, эшҡыуарҙарыбыҙ ға,СВО ла хеҙмәт иткән егеттәребеҙ гә, мәктәп һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә, барлыҡ ауыл советының активтарыбыҙға ҙур Рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!